Бөгөн туберкулезға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә
Фото: health.bashkortostan.ru
Ул Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса 1882 йылда булдырылған. Был сир менән донъяла йыл һайын һигеҙ миллион самаһы кеше зарарлана, ике миллионы вафат була. Сир таралыуын киҫәтеү өсөн йәшәү рәүешен дөрөҫ алып барыу, ваҡытында прививкалар яһатыу мөһим, ти Республика медицина-профилактика үҙәгенең бүлек етәксеһе Эмма Әхмәҙуллина.
Башҡортостанда уҙған йылда 2 мең ярымдан ашыу туберкулез менән ауырыусы теркәлгән.
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ )
Источник: Министерство здравоохранения РБ
24.03.2023 11:30