2017 йылдың 20-21 февралендә Өфө ҡалаһы 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәр өсөн «Федераль дәүләт мәктәпкәсә белем биреү стандартын тормошҡа ашырыу шарттарында балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең йөкмәткеһе, методтары һәм алымдары» ҡала семинары үтте. Был сарала Өфө ҡалаһынан 80-гә яҡын тәрбиәсе, башҡорт балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы доценты, педагогика фәндәре кандидаты Нафиҡова Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы ҡатнашты.
Семинар эшлекле шарттарҙа үтте. Пленар өлөштә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүҙә килеп тыуған проблемалар, үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләү нескәлектәре һәм уларҙа башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, фольклорына ҡыҙыҡһыныу уятыу мәсьәләләре күтәрелде. Нафиҡова Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы үҙ сығышында башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәрҙең эшендәге мөһим бурыстарын сағылдырҙы: “Башҡорт теленең дәүләт теле статусына эйә булыуы арҡаһында телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарыла. Ныҡлап таянып эшләр законыбыҙ бар. Тел – ул милләтте милләт итә. Шуға күрә бала күңеленә телгә һөйөүҙе сабый саҡтан һалыу мөһимлеген яҡшы аңларға тейешбеҙ. Ошо тәрбиә эше балалар баҡсаһынан башланып, егеттәр һәм ҡыҙҙар мәктәпте тамамлағансы дауам итә”. 166–сы башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Килдеғолова Гөлсарә Шамил ҡыҙы үҙ сығышында: “Мәктәпкәсә белем биреү – мәғариф системаһының беренсе һәм төп баҫҡысы. Шуға күрә беҙ балаларға туған башҡорт телен өйрәтеү мәсьәләһенә яуаплы ҡарарға тейешбеҙ,”-тип билдәләп үтте. 102-се башҡорт балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Вәлиева Гүзәл Зәйнулла ҡыҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙә ҡулланылған методик программалар һәм ҡулланмалар менән таныштырҙы. Һөйләшеү бик йәнле барҙы. Баш ҡала тәрбиәселәре бер үк проблемалар менән йәшәй, уртаҡ фекерҙәр, тәҡдимдәр менән сығыш яһанылар.
166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Баева Юлиә Рафиҡ ҡыҙының әҙерлек төркөмөндә үткәргән “Туған телем - тыуған еремдә” темаһына дәресе бик уңышлы үтте. 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Солтанова Зөбәржәт Фәнүз ҡыҙы «Балаларҙың телмәр үҫешендә башҡорт фольклорының роле» темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Был оҫталыҡ дәресе үҫеп килеүсе йәш быуынды милли рухта, башҡорт халҡы традициялары нигеҙендә тәрбиәләүҙә, иркен итеп туған башҡорт телендә аралашырға өйрәтеүҙә ҙур ролде фольклор үтәй икәнен раҫланы. Семинарҙа ҡатнашыусылар «Тел асҡысы - халыҡта» байрамын ҡараны. Талантлы балаларҙың сығыштары, бейеүҙәре, йырҙары һоҡланыу хисе уятты.
Семинар тәрбиәселәрҙең сабыйҙарға үҙ туған телен өйрәтеү, башҡорт халҡының сәнғәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу бурыстарына етди ҡарауының дәлиле булып торҙо. Семинарҙа ҡатнашыусылар мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыу кимәлен артабан үҫтерергә тигән бурыстар билдәләп, яңы маҡсат-йүнәлештәр менән таралышты.
Еще фотографии




