2026 йылдың 30 ғинуарында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында милли инновацион һәм полилингваль күп профилле дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙарының V Форумы уҙҙы.
Форум сиктәрендә дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары гимназия эшмәкәрлеге менән танышты, алдынғы уҡытыусыларҙың асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны.
Шулай уҡ стратегик сессияла етәкселәр уҡыу сифатын яҡшыртыу, профессия һайлауға әҙерлек кластарын асыу, грант, «Урал батыр» мәктәбе, балалар үҙидаралығы, ата-әсәләр менән эш алып барыу, директорҙың шәхси бренды кеүек темалар буйынса фекер алышты, тәжрибә менән уртаҡлашты, яңы эш алымдарын үҙләштерҙе.
Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина директорҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр, асыҡ һөйләшеү үткерҙеләр.
Форум аҙағында Илдар Марат улы милли инновацион һәм полилингваль күп профилле дөйөм белем биреү ойошмаларының 2024-2025 уҡыу йылы һөҙөмтәләре эшмәкәрлеген баһалау буйынса конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләне.
«Иң яҡшы этномәҙәни дөйөм белем биреү ойошмаһы» конкурсы еңеүселәре тип Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм Әбйәлил районы Асҡар ауылы Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы танылды.
Лауреаттар исемлегендә Республика инженер лицей-интернаты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө башҡорт лицей-интернаты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы
23-сө полилингваль күп профилле мәктәбе, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы, «"СМАРТ" 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы, Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, Өфө ҡалаһы Мөхәмәтғәле Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, Ғафури районы Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Йылайыр районы Шәйхзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы, Әлшәй районы Раевка ҡасабаһы Мөхәмәтша Боранғолов исемендәге башҡорт лицейы, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһы-интернаты.
