Представляем уникальные документы о малочисленных народах, проживающих на территории Республики Башкортостан

«Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы» рубрикаһы

#РәсәйХалыҡтарыБерҙәмлегеЙылы

Башҡортостан Республикаһының Милли архивы фондтарында илдең күп милләтле халыҡтың мираҫын сағылдырған үҙенсәлекле документтар һаҡлана. Рәсәй Президенты В. В. Путиндың 2025 йылдың 25 декабрендәге 962-се Указына ярашлы иғлан ителгән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан архив хеҙмәткәрҙәре архив фондтарынан материалдар әҙерләне. Улар Рәсәйҙә быуаттар дауамында халыҡтар араһында хасил булған берҙәмлек һәм татыулыҡ күренешен аса.

Башҡортостан ерендә йәшәгән әҙ һанлы халыҡтар тураһында уникаль документтар тәҡдим итә. Бында мариҙар, удмурттар, мордвалар һәм сыуаштар тураһында һүҙ бара. Тәҡдим ителгән материалдарҙа түбәндәгеләр сағыла: Башҡортостандағы мәктәптәрҙә мари телен уҡытыу хәле; Тәтешлеләге удмурт мәктәбенең хәле; Мордва халҡының һанын күрһәткән улустар исемлеге; Өфө сыуаш педагогия техникумы анкетаһы; Башҡортостан Республикаһы менән Удмурт Республикаһы араһында дуслыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү.

Был документтарҙы уҡығанда, илдең дәүләт сәйәсәте һәр ваҡыт бөтә халыҡтарға ҡарата игелекле һәм кешелекле мөнәсәбәттәргә йүнәлтелгәнен аңларға мөмкин. Был материалдар Рәсәй халыҡтарының берҙәмлегенең тәрән тамырҙарына, уртаҡ тарих, мәҙәниәт һәм милләт-ара татыулыҡҡа йүнәлтелгән сәйәсәт менән бәйле булыуына шаһитлыҡ итә.

БР-ҙың Архив эштәре буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте

 

Рубрика « Год единства народов России »

#ГодединстванародовРоссии

В фондах Национального архива Республики Башкортостан хранятся уникальные документы, отражающие многонациональное наследие страны. В Год единства народов России, учреждённый Указом Президента РФ В.  В.  Путина от 25.12.2025 №  962, сотрудники архива подготовили материалы из фондов архива. Эти документы раскрывают картину единства и добрососедства, складывавшихся между народами на территории России на протяжении многих веков.

Национальный архив РБ представляет уникальные документы о малочисленных народах, проживающих на территории Башкирии. Речь идёт о марийцах, удмуртах, мордве и чувашах. В представленных материалах отражены: состояние преподавания марийского языка в школах Башкирии; положение Татышлинской удмуртской неполной школы; список волостей с указанием численности мордовского населения; анкета Уфимского чувашского педагогического техникума; договор о дружбе и сотрудничестве между Республикой Башкортостан и Удмуртской Республикой.

Данные материалы свидетельствуют о доброжелательном и человеческом отношении ко всем народам и о глубоких корнях единства народов России, связанных общей историей, культурой и политикой, направленной на межнациональное согласие.

Пресс-служба Управления по делам архивов РБ

 
По теме
Отдел по Дуванскому району Управления по работе с территориальными отделами и взаимодействию с органами местного самоуправления Министерства земельных и имущественных отношений Республики Башкортостан в соответствии с по