Өфөлә Беларусь башҡорттарына арналған китаптың исем туйы үтте

14 майҙа Башҡортостан Фәндәр академияһы Президиумының һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең киңәйтелгән ултырышы үтте.

Сарала тарих фәндәре докторы, Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһының К.Н. Крапива исемендәге Сәнғәт, этнография һәм фольклор институтының ғилми хеҙмәткәре Елизавета Квилинкованың «Беларусь башҡорттары: этник-ара аралашыу призмаһы аша этномәҙәни оҡшашлыҡ» китабының презентацияһы үтте. 

Ултырышта Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары Константин Климин, шулай уҡ «Белорус фәне» нәшриәте директоры Александр Дудик, Белорус тарихи-мәҙәни үҙәге (Иглин районы, Балтика ауылы) һәм Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре, республика ғалимдары ҡатнашты.

Сара барышында ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте тағы ла көсәйтергә бағышланған эштәр һәм бурыстар билдәләнде.