Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте

2026 йылдың 24 апрелендә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы 1999 йылдың 15 февралендәге 216-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы республика законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте. Көн тәртибендә һаулыҡ һаҡлау ойошмалары, транспорт тармағы предприятиелары һәм учреждениелары билдәләнгән талаптарҙы үтәү, муниципаль комиссияларының эш һөҙөмтәләре мәсьәләләре торҙо.

Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов республика биләмәһендә эшмәкәрлек иткән маркетплейстарҙың, сауҙа нөктәләренең ҡануниәтте үтәү мониторингы хаҡында һөйләне:

– Маркетплейстарҙың заказдар биреү пунктында алтаҡталарҙа яҙыуҙар Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә: һулда йәки өҫтән – башҡорт телендә, уңда йәки аҫтан – рус телендәге текст менән биҙәлергә тейеш, – тине Илһам Бикбулатов.

Әйткәндәй, заказ биреү пункттарында дәүләт телдәрен ҡулланыу мәсьәләһе комиссия иғтибары зонаһында ҡаласаҡ. Был эш артабан да дауам итәсәк.

 
По теме
Изменения в статью 8.52 КоАП РФ «Несоблюдение требований к содержанию животных», (Федеральный закон № 440 от 30.11.2024 г.), вступившие в законную силу с 11 декабря 2024 года,