Башҡортостан халыҡтарының туған телдәре һәм тарихы аяҡҡа баҫҡан йылдар. Годы становления родных языков и истории народностей Башкирии

#азнаетеливы

1922 йылдың 4 сентябрендә Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы Академик үҙәк төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ул ғилми-тикшеренеү, уҡытыу-методика эштәрен атҡарырға һәм тыуған яҡты өйрәнеү мәсьәләләрен хәл итергә тейеш була. Үҙәк «Мәғариф фронты» исемле журнал, китаптар һәм дәреслектәр нәшер итә, Башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу комиссияһын төҙөй. Комиссия тиҙ арала алфавит һәм орфографияның беренсе вариантын әҙерләүгә ирешә.

БР Милли архивы фондтарында Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариатының Академик үҙәге 1923–1924 бюджет йылына төҙөгән производство планы һаҡлана. Унда ошондай бурыстарҙы бойомға ашырыу күҙалланған:

  1. Башҡорт халҡының көнкүреше, теле һәм мәҙәниәтенә ҡағылышлы программа һәм методик мәсьәләләрҙе әҙерләү.
  2. Фәндең айырым тармаҡтары буйынса башҡорт телендә ғилми терминдарҙы эшләп бөтөрөү.
  3. Башҡорт теленең орфографияһын, һөйләшен һәм шрифтын камиллаштырыу.
  4. Күргәҙмә әсбаптар һәм мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар өсөн балалар әҙәбиәтен әҙерләү.
  5. Башҡортостан халыҡтарының көнкүреш үҙенсәлектәрен, уларҙың тарихын һәм этнографияһын өйрәнеү һ.б.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу комиссияһының ныҡышмалы эшләүе һөҙөмтәһендә төрлө наркоматтарҙың яуаплы хеҙмәткәрҙәренә башҡорт телен өйрәтеү буйынса курстар асыла.

Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарамағындағы  Академик үҙәктең аныҡ пландары һәм ғәмәли эштәре 1923–1924 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең, дөйөм алғанда, Башҡорт АССР-нда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың  халыҡ мәғарифы, сәнғәте, тарихы һәм этнографияһының аяҡҡа баҫыуына һәм артабанғы үҫешенә ҙур этәргес яһай.

БР-ҙың Архив эштәре буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте

 

4 сентября 1922 года коллегией Наркомата образования был создан Академический центр Башнаркомпроса, который объединил проведение научно-исследовательской, учебно-методической и краеведческой деятельности на территории республики. Центром издавался журнал «Фронт просвещения», книги и учебники, была организована Комиссия по реализации башкирского языка, которая вскоре создала первый вариант алфавита и орфографии.

В фондах Национального архива РБ хранится производственный план Академического центра Башнаркомпроса на 1923–1924 бюджетный год, который включает следующие мероприятия:

  1. Разработка программных и методических вопросов, вызванных особыми условиями быта, языка и культуры башкирского народа.
  2. Окончательная выработка научной терминологии на башкирском языке по отдельным отраслям науки.
  3. Разработка вопросов орфографии, наречия, шрифта башкирского языка.
  4. Составление наглядных пособий и детской литературы для дошкольных учреждений.
  5. Изучение особенностей быта народностей Башкирии, их историй и этнографий   и т.д.

Примечательно то, что благодаря настойчивой работы Комиссии по практической реализации башкирского языка были открыты курсы по изучению башкирского языка для ответственных работников различных наркоматов.

Конкретные планы и реальные дела Академического центра Башнаркомпроса дали сильный толчок в 1923–1924 гг. становлению и дальнейшему развитию башкирского языка и литературы, в целом, народного образования, искусства, истории и этнографии разных народов Башкирской АССР. 

Пресс-служба Управления по делам архивов РБ

 
По теме
Оставленная в траве стеклянная бутылка, которая на солнце сработает как линза, или одна небрежно брошенная спичка — этого достаточно, чтобы превратить цветущий зеленый лес в пепелище.