Башҡорт халҡының гәүһәр ынйылары булған йырҙар – ата - бабаларыбыҙҙан ҡалған тере хазина булыуы барыбыҙға ла билдәле. Башҡорт халҡы борон-борондан йырҙар ижад иткән, улар халҡыбыҙҙың юлдашы, пар ҡанаты булған. Ошо изге йоланы дауам итеп, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса Комитеты, Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе 2017 йылдың 19 апрелендә Өфө ҡалаһының “Новатор” балалар ижад йортонда “Башҡорт халыҡ йырҙары” IV асыҡ ҡала фестивален ойошторҙо.
Фестивалде асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы ҡала округы Орджоникидзе районы Хакимиәтенең мәғариф һәм социаль мәсьәләләр буйынса идаралыҡ начальнигы Юлия Владимир ҡыҙы Мостафинаның, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Хайбрахман улы Аҙнаевтың, Башҡортостан Республикаһы ЮНЕСКО эштәре буйынса Комитетының баш белгесе Людмила Михайловна Богуславскаяның, Өфө ҡала ҡала округы Хакимиәте тел сәйәсәте бүлеге белгесе Салауат Руслан улы Дәүләтшиндың булыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Фестивалдә тарихи йырҙар менән бер рәттән оҙон көй, таҡмаҡтар, һалмаҡ йырҙар яңғыраны. Уҡыусылар бәйгегә бик ентекле әҙерләнгән, бигерәк тә башҡарыу оҫталығы менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡыусылары айырылып торҙо. Фестивалдә Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейынан, 45-се мәктәбенән, 140-сы башҡорт гимназияһынан; Сибай гимназия-интернатынан, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенән уҡыусылар әүҙем ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булдылар.
Еще фотографии


