221-се башҡорт балалар баҡсаһында әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде

«221-се башҡорт балалар баҡсаһы» муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында “Тыуған ерем – торған ерем” тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Был сара талантлы балалар шағирәһе Рәсимә Ураҡсинаның яңы «Тыуған ерем – торған ерем» тигән китабы донъя күреү менән бәйле ине.

Әҙәби кисәгә Орджоникидзе районы балалар баҡсалары тәрбиәселәре, шағирәнең ижадына битараф булмаған кешеләр саҡырылды. Китаптың исем туйы үҙенсәлекле итеп ойошторолдо. Йырға, бейеүгә, нәфис һүҙгә бай әҙәби-музыкаль композицияны 221-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм тәрбиәләнеүселәре  әҙерләгән. Тамашасылар шағирәнең тыуған еренә, уңған яҡташтарына булған һөйөүен кескәйҙәр тыуҙырған образдар аша хисләнеп тыңланы. Сараға йыйылған халыҡ Рәсимә Ураҡсинаны йылы итеп иҫкә алды.  Кисәлә балалар күңелендә әҙәбиәтебеҙгә ҙур һөйөү тәрбиәләгән шағирәнең ижадын яратыусыларҙың күплеге һоҡландырҙы.

Еще фотографии