2017 йылдың 10-11 апрелендә Өфө ҡалаһы 152–се башҡорт балалар баҡсаһында «Федераль дәүләт мәктәпкәсә белем биреү стандарты талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында балаларҙы күп мәҙәниәтле мөхиттә тәрбиәләү» темаһына ҡала семинары үтте. Семинарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы доценты, педагогика фәндәре кандидаты Нафиҡова Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте Мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Сафиуллина Розалия Рәсих ҡыҙы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы, Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Иҫәнов Риф Шәрифрахман улы һәм Өфө ҡалаһы балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәр ҡатнашты.
Ике көн һуҙымында барған семинар бик эшлекле шарттарҙа уҙҙы. Беренсе көн тәрбиәселәр үҙ тәжрибәләре менән бүлеште, уртаҡ фекерҙәр, тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Тәрбиәселәр балаларҙы шәхес итеп үҫтереүҙә, уларҙың телмәрен үҫтереүгә ҙур көс һала. Үҙ эштәрендә төрлө технологиялар, алымдар ҡулланалар. 299-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Харрасова Әлфиә Әмир ҡыҙы һәм 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мусина Лилиә Ғәлимйән ҡыҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында «Өфө – яратҡан ҡалам» программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән бүлеште. 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Хәлитова Альбина Ринат ҡыҙы сығышында күп мәҙәниәтле мөхиттә балаларҙы тәрбиәләү хаҡында һүҙ алып барҙы. 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Заһитова Айһылыу Миңлеғәли ҡыҙы оҫталыҡ дәресендә үҙенсәлекле тәжрибә менән уртаҡлашты: ул балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника йәки күрһәтмәлелек модуле алымын ҡуллана.
Икенсе көн 152-се башҡорт балалар баҡсаһы коллективы үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ишматова Сулпан Ғәйнән ҡыҙы кескәйҙәр төркөмөндә “Яҙ" темаһына асыҡ дәрес күрһәтте. Тәрбиәсенең педагогиканы, балалар психологияһын, методиканы төплө белеүе күренде. “Ҡурай ” байрамы иһә 152-се башҡорт балалар баҡсаһының кескәйҙәр күңеленә музыкаль тәрбиә, йырлы-бейеүле уйындар, башҡорт халыҡ йолалары кеүек рухи ҡиммәттәрҙе һеңдерергә тырыша икәнлегенә асыҡ миҫал булып торҙо.
“Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу — һөнәр”, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Сабыйҙы рухи яҡтан бай, камил шәхес итеп тәрбиәләүҙә өлөштәре ҙур булған тәрбиәселәр был семинарҙан яңы пландар, маҡсаттар менән таралышты.
Еще фотографии







