Фото: ufa-edu.ru
Баласаҡ – ысын мәғәнәһендә милли тәрбиә биреү сығанағы. Үҙ туған халҡыңдың мәҙәниәтенә мөрәжәғәт иткәндә генә бала шәхес булараҡ һәр яҡлап асыла. Кескәйҙәрҙе яһалма «тәтәйҙәр» аша түгел,ә көндәлек аралашыу, яҡындан танышыу, традицион булмаған алымдар аша белем-тәрбиә биреү талап ителә. Башҡорт теленә арналған тематик аҙналыҡ сиктәрендә «Тамсылар» кескәйҙәр төркөмөндә «Башҡорт милли аштары» темаһына белем биреү эшмәкәрлеге үтте. Балалар милли аштар менән таныштылар, йомаҡтар ҡойҙолар, уйындар уйнанылар.
Источник: Управление образования г. Уфа
10.12.2021 09:56
