Фото: ufa-edu.ru
Йәнем моңо минең – башҡорт теле,
Рухым сәңгелдәге һин, телем!
Тик тиңләшер затлы хазинама -
Тыуған ерем, әсәм һәм илем.
Тыуған илгә, милләткә, телгә ысын мәғәнәһендә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре, мәҡәлдәре әҙәплелек, тыуған илде яратыу, дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләй.
Бөгөн 166 – сы башҡорт балалар баҡсаһында башҡорт халыҡ йырҙары кескәйҙәрҙе дәртләндереп ҡаршы алды.
Көн дауамында балалар тел турһында мәҡәлдәр, әйтемдәр өйрәнделәр, башҡорт телендә әкиәттәр сәхнәләштерҙеләр. Ҡыҙҙар моңло бишек йырҙарын ҡурсаҡтарына көйләнеләр.
Источник: Управление образования г. Уфа
10.12.2021 12:33
