Ушла из жизни Заслуженный работник народного образования Республики Башкортостан, почетный работник общего образования России Зиля Шавкатовна Япарова

Кисә 17 февраль көндө Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының  Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, бар ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған Зилә Шәүкәт ҡыҙы Яппарова вафат булды.  Уның менән хушлашыу бөгөн Өфөлә үтә.

Зилә Шәүкәтовна сығышы менән Салауат районынан, 1950 йылдың 23 сентябрендә Радио ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогик училищеһын тамамлап, Салауат районы, Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә башланғыс класс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән.

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Салауат районы Яхъя ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнгән. Өфө ҡалаһына күсеп килгәс, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән.

Зилә Шәүкәт ҡыҙы 1992 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кабинеты етәксеһе, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы ҡарамағындағы фәнни-методик үҙәктә туған телдәр буйынса методист, 1998 йылдан мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге начальнигы, 2009 йылдан республиканың урта махсус уҡыу йорттарында башҡорт телен өйрәнеү буйынса белгес булараҡ хеҙмәт итә.

Зилә Шәүкәт ҡыҙы мәғариф министрлығында эшләгән осор милли мәғариф системаһының нығыныу ваҡыты булды, тиһәң дә хата булмаҫ. Ул эшләгән йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәре араһында килешеүҙәр төҙөлдө, Силәбе, Һамар, Ҡурған, Ырымбур, Саратов өлкәләре мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләре, Удмурт, Татарстан, Сыуаш республикалары менән милли мәғариф һорауҙары буйынса бәйләнештәр булдырылды. Район һәм ҡала мәғариф бүлектәренең туған телдәр буйынса методистарына, республиканың һәм күрше төбәктәрҙең туған тел уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтеү ойошҡанлы барҙы.

Уның башланғысында “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр республика конкурсын, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” профессиональ конкурсын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһын үткәреү матур традицияға әйләнде.

Зилә Шәүкәт ҡыҙы шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” республика законын, 2000-2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашты.

Мәғариф өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн күп тапҡыр Мәғариф министрлығының, ҡала һәм район мәғариф бүлектәренең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, КПСС, ВЛКСМ комитеттарының маҡтау грамоталары, 1996 йылда - Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, 2002 йылда - Рәсәй Федерацияһының  Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре званиелары менән бүләкләнгән.

Зилә Шәүкәт ҡыҙы Яппарова һәр ваҡыт кешелекле, кеселекле, ихлас, алсаҡ кеше, үҙ эшенең оҫтаһы, тормошҡа ышаныс менән ҡараған шәхес булды. Бар ғүмерен бағышлаған милли мәғариф системаһында бөгөнгө көндә лә ул башлаған проекттар тормошҡа ашырыла бара, матур традициялар һаҡлана һәм үҫтерелә.

Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Зилә Шәүкәт ҡыҙы! Һеҙҙең хаҡтағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ йылдар һаҡланыр. Яҡындарығыҙҙың, ғаиләгеҙҙең, коллегаларығыҙҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Тыныс йоҡлағыҙ.

 
По теме