“Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы - 2017” һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2017” конкурстары тамамланды

Фото: www.ufa-edu.ru

Баш ҡалала һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларға  ярҙам күрһәтеү маҡсатынан ойошторолған «Башҡортостандың баш ҡалаһы    йыл уҡытыусыһы – 2017»  һәм «Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017»  конкурстары тамамланды. Быйыл 16 предмет буйынса - 48, ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конкурсында  23 педагог ҡатнашты.

Конкурста  ҡатнашыусылар  3 турҙан торған бәйгеләрҙә һынау тотто. Беренсе турҙа уҡытыусылар “Уҡытыусы – киләсәк һөнәре” темаһына эссе яҙҙы, интернет селтәрендә сайттарын булдырҙы. Икенсе турҙа бәйгеселәр методик семинар үткәреп, үҙ эшмәкәрлегендә уңышлы тип тапҡан һәм ҡулланған яңы технологиялар тураһында һөйләне. Конкурсанттар таныш булмаған класта асыҡ дәрес бирҙе, дәрестәренә анализ яһаны. Бәйгеселәр дәрестәрҙе стандарт итеп кенә үткәреү менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмайынса, төрлө яңы формалар эҙләргә, яңы технологиялар, интерактив таҡта, махсус электрон дәреслектәр ҡулланырға тырышҡандар.  Дәрестә һәр уҡытыусы үҙен ысын педагог, һәләтле тәрбиәсе, балалар өсөн кешелекле, изгелекле дуҫ-кәңәшсе итеп күрһәтә алды.

Өсөнсө турҙа иһә бәйгеселәр үҙҙәренең һәләтен, белемен күрһәтеп, йыл уҡытыусыһы исеменә лайыҡ икәнен иҫбат итергә тырыштылар. Тамашасылар менән берлектә үткән оҫталыҡ дәрестәре йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды. Уҡытыусылар белемдәрен, балалар менән эшләүҙә оло тәжрибә туплауҙарын, ғөмүмән, уҡытыусы һөнәренә бөтә күңелен һалыуҙы асыҡ сағылдырҙы. “Белем биреү проекты” этабы ла бик йәнле уҙҙы. Йәрәбә буйынса конкурсанттар командаларға бүленгәс, педагогик  оҫталыҡ һәм таһыллыҡта    көс һынашты. Был эш барышында бәйгеселәргә    белемдәрен, проекттарҙы бойомға ашыра һәм командала эшләй белеүҙәрен күрһәтергә тура килде.  Был бәйге  командаларҙа эшләгән уҡытыусыларҙың  ижади даирәһе киң икәнен танытты.

Финал этабына иң көслө һаналғандар тороп ҡалды. Түңәрәк өҫтәл артында туған тел уҡытыусылары “Дәүләт ике теллелеге:  бөгөнгө күп милләтле йәмғиәттә сифатлы белем биреү һәм милләт-ара килешеүҙе һаҡлау проблемалары” темаһына һәм төп конкурста ҡатнашыусылар “Яңы белем биреү системаһы манифесы: мәғрифәтселектән мәғарифҡа” темаларына  бәхәс ҡорҙо. Талантлы уҡытыусылар  йәш быуынды уҡытып, тәрбиә биреп кенә ҡалмай, ил, тел, мәғариф киләсәге өсөн дә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр икәнен таныта алды был этапта.

Ғөмүмән, конкурс бик сәмле барҙы. Жюри составында республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарынан мәртәбәле, абруйлы ғалимдар, матбуғат вәкилдәре, танылған уҡытыусылар һәм мәғариф бүлектәре белгестәре, мәктәп директорҙары эшләне. Бәйгеселәр бөтә һынауҙарҙы ла  лайыҡлы үтте.  «Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы - 2017» һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017” конкурстары уҡытыусылар  өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мәктәбе булып тороуы тағы бер тапҡыр раҫланды. Конкурстың еңеүсеһе һәм лауреаттары бүләкләү тантанаһында иғлан ителәсәк. Еңеүселәр иһә республика кимәлендә үтәсәк бәйгелә баш ҡала данын яҡлаясаҡ. Улар һынатмаҫ, тағы ла еңеүҙәре менән һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ!

Еще фотографии
  •  
    По теме
    В спортивно-оздоровительном лагере Башкирского государственного медицинского университета «Пульс» завершилась юбилейная студенческая профсоюзная смена «ProПульс».