Фото: health.bashkortostan.ru
1 һәм 3 декабрҙә Өфөлә ВИЧ-инфекцияға экспресс-тест буйынса акциялар уҙғарыла. Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған саралар «ТУҠТА ВИЧ/СПИД» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторола.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 1 декабрҙә «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге биләмәһендә «Ыңғай мөхит» төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ирекмәндәре «Үҙеңдең статусыңды бел – ВИЧ-ҡа тест үт» акцияһын үткәрә.
3 декабрҙә Өфө автотранспорт колледжы студенттары өсөн икенсе «ТУҠТА ВИЧ/СПИД» акцияһы була.
Бөгөн Башҡортостанда 21 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы иҫәптә тора, уларҙың 13 меңгә яҡыны — ир-егеттәр, 8 мең самаһы — ҡатын-ҡыҙҙар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Источник: Министерство здравоохранения РБ
06.12.2018 14:51