Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүҙең 28 йыллығы уңайынан төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылда Республика көнөн байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Указ менән байрамға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды, уға тейешле саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Источник: Министерство здравоохранения РБ
24.09.2018 15:03