Дәрес барышында тәрбиәләнеүселәр миҙгел тураһында шиғырҙар ятланылар һәм үҙ- аллы тәбиғи материалдарҙан матур композиция йыйҙылар. Был дәрестең төп маҡсаты: көҙ миҙгеле тураһында белемдәрен киңәйтеү, балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлылыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү.
Дәрескә тәрбиәләнеүселәрҙең алдан әҙерләнгәнлектәре күренеп тора: көҙ миҙгеленең билдәләрен иҫкә төшөргәндәр, тәбиғәт күренештәрен күҙәткәндәр, сағыу төҫлө япраҡтар йыйғандар, матур күргәҙмә әҙерләгәндәр.
Дәрес бик йәнле һәм йәмле уҙҙы. Балаларға бик оҡшаны, үҙҙәренең эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Еще фотографии
Источник: Управление образования г. Уфа
20.09.2019 16:41